Рекламный баннер 990x90px bantop

"Талисман" ирекмәндәр төркөмө Әбйәлил халҡы йыйған сираттағы гуманитар ярҙамды махсус хәрби операция зонаһына алып килде

11:23 12.07.2025 16+
"Талисман" ирекмәндәр төркөмө Әбйәлил халҡы йыйған сираттағы гуманитар ярҙамды махсус хәрби операция зонаһына алып килде.
Был юлы гуманитар миссияны беҙҙең райондың тәжрибәле ирекмәндәре Шөһрәт Әширов һәм Әнүәр Ғималов етәкләне.
Улар алыҫ юл үтеп, Әбйәлил яугирҙәре хеҙмәт иткән Белгород һәм Курск өлкәләренә, Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына, шулай уҡ Запорожье өлкәһенә гуманитар ярҙам алып барҙы.
Был юлы алғы һыҙыҡҡа дүрт машина: ике "Нива", УАЗ "Буханка", ВАЗ-2110, шулай уҡ бензогенераторҙар, маскировка селтәрҙәре, инструменттар, төҙөлөш материалдары, элемтә саралары, исем посылкалары, аҙыҡ-түлек һәм күстәнәстәр алып барҙылар.
Үҙ сиратында, беҙҙең район яугирҙәре Әбйәлил районы халҡына, "Талисман" ирекмәндәр командаһына гуманитар ярҙам ойошторған һәм килтергән өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе.
Яҡташтарыбыҙға имен-һау, еңеү менән ҡайтырға яҙһын!
3476

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ