Рекламный баннер 990x90px bantop

Бөгөн Өфөлә уҙған оператив кәңәшмәлә “Салауат” ЯСЙ-һы директоры Таһир Бәхтигәрәев ҡатнашты

15:15 07.07.2025 16+
Бөгөн Өфөлә уҙған оператив кәңәшмәлә “Салауат” ЯСЙ-һы директоры Таһир Бәхтигәрәев ҡатнашты. Белеүебеҙсә, ойошманың ер аҫты ҡаҙылмаларын ҡулланыуға лицензияһы бар. Әле унда геологоразведка эштәре башланған, ул 2027 йылға тиклем дауам итәсәк. 2029 йылда иһә бында Силәбе өлкәһендә урынлашҡан Томинск тау-байыҡтырыу комбинаты өлгөһөндә ҙур предприятие эшләй башлаясаҡ.
-Иҡтисади яҡтан ҡарағанда, 40 млрд һумға инвестиция планлаштырыла. 1500 кешегә эш урындары булдырыласаҡ, 90 процент Әбйәлил районының кешеләрен эшкә аласаҡбыҙ. Бөгөнгө көнгә тиклем 40 кеше эшкә төшөргә тип ғариза биргән, шуларҙың 12-һен беҙ эш урындары менән тәьмин иттек, - ти Таһир Тимербай улы.
“Салауат” ЯСЙ-һы Буранғол мәктәбенең интернатына капиталь ремонт үткәреү һәм “Ирәндек” лагерында спорт майҙансығы төҙөү өсөн 70 миллион һум аҡса бүлгән. Шулай уҡ ойошма “Ҡыҙыл, Йәшә” экологик акцияһын, уҡыусылар өсөн “Ғилем” олимпиадаһын үткәрҙе, “Хәтер аллеяһы”н булдырҙы. Аҙ тәьмин ителгән, күп балалы ғаиләләргә һәм махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың һәм унда ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә киләһе ярты йыллыҡҡа 800 дана “Осҡон” һәм “Абзелил” гәзиттәрен яҙҙырҙы.
Үткән аҙнала район үҙәгендә “Салауат” ЯСЙ-һының офисы асылды. Бында инвестиция проекты, баҡыр мәғдәне сығарыу, Әбйәлил районы уҡыусылары өсөн башлап ебәргән маҡсатлы уҡыу программалары тураһында ентекләберәк мәғлүмәт бирелә. Шулай уҡ Силәбе өлкәһендә эшләгән партнер-предприятиеларға эшкә урынлашыу варианттарын белешергә мөмкин. Бөгөнгө көндә райондың 10 абитуриентына квота тапшырылған.
Район хакимиәте вәкилдәре һәм урындағы активистар менән берлектә Күҙәтеү Советы булдырылған, бында һәр Совет ағзаһы үҙен борсоған һорау менән мөрәжәғәт итә һәм тәҡдимдәрен индерә ала.
Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы сәнәғәт министрлығына социаль иҡтисади хеҙмәттәшлек тураһында ҙур килешеү әҙерләргә ҡушты.
2051

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ