Рекламный баннер 990x90px bantop

Әбйәлил районында бер ауылдан өс йәш егет юл фажиғәһендә һәләк булған

16:20 02.07.2025 16+
Әбйәлил районында бер ауылдан өс йәш егет юл фажиғәһендә һәләк булған
«Әбйәлил» гәзите
Фото:«Әбйәлил» гәзите
Әбйәлил районында өс йәш егет юл фажиғәһендә һәләк булған. Ҡырҙас ауылынан Айтуған, ағалы-ҡустылы Айнур һәм Инсаф исемле егеттәр Асҡар - Амангилде юлында еңел автомобилдә йөк машинаһына бәрелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һыу һөлөгөләй егеттәрҙең ғүмерен ҡотҡарып өлгөрмәйҙәр.

Ошо көндәрҙә Ҡырҙас ауылы халҡы бик ауыр ҡайғы кисерә. Егеттәргә арналған яҙмалар һәм фотоһүрәттәр ауыл төркөмөнә ҡуйылған. Бөтә район халҡы мәрхүмдәрҙең яҡындарына һәм туғандарына ҡайғы уртаҡлашыу беледрә.

«Эй, малайҙар , малайҙар , ҡайҙа ғына ашыҡтығыҙ шулай? Күркәм сабырлыҡ ғаиләләренә, әсә-аталарына, ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам күршеләрем, имандарын юлдаш итһен. Бик ауыр хәл...»

«Типһә тимер өҙөрлөк егеттәрҙең ваҡытынан алда китеп барыуҙары туғандары өсөн генә түгел, ауылдаштары өсөн дә тетрәндергес булды. Бигерәк йәшләй әрәм булдылар. Күпме тормошҡа ашмаған хыялдар, өмөттәр юҡҡа сыҡты. Тыныс йоҡлағыҙ, йәндәрегеҙ йәннәттә булһын. Яҡындарына сабырлыҡ һәм түҙемлек.», – тип яҙа егеттәрҙең ауылдаштары.

Егеттәрҙе дуҫтары, ауылдаштары тик яҡшы яҡтан хәтерләй, уларҙы йылы һүҙ менән иҫкә ала.

«Айтуған шундай матур, һылыу, тәртипле егәрле типһә тимер өҙгәндәй егет ине, армияла десантник булып хеҙмәт итте, әлеге ваҡытта вахта ысулы менән йөрөп альпинист булып эшләй ине. Бер ҡасан да эшһеҙ торманы. Туғандары өсөн өҙөлөп торҙо, шундай яҡшы кешеләр ниңә иртә китә икән, Хоҙайға ла һәйбәт кешеләр кәрәк, тигәндәре дөрөҫтөр, ахырыһы. Ҡараңғы гүрҙәре яҡты, йәне ожмах түрендә булһын. Әсәһенә, туғандарына сабырлыҡ түҙемлек теләйем», – тиелә мәрхүм егеттәрҙең береһе хаҡында.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы мәрхүм егеттәрнең яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

Источник https://vk.cc/cNksc9
6172

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ