Рекламный баннер 990x90px bantop

Мәхмүтов Ишҡол Хәмзә улы

11:03 22.06.2025 16+
Мәхмүтов Ишҡол Хәмзә улы

Мәхмүтов Ишҡол Хәмзә улы 1926 йылда Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылында ғаиләлә 11 бала булып доңьяға килә. Ғаиләлә уға тиклем тыуған балалар тыуып тора, үлеп торған булған. Бик теремек , сос малай булып үҫеп килгән улын күргән 50 йәшлекатаһы “Улым имен –һау эшкенеп ир ҡорон тултырһа, һуғыш фәлән сыға күрһә күҙ йәшемде сығармай һуғышҡа ебәрермен ”-тип әйтеү әйтә. Әйткән әйтеүе тура килә Ишҡолға 15 йәш тулғанда БөйөкВатан һуғышы башланып китә. 1943 йыл 12 декабрендә ҡулына повестка килтереп тотторалар. Уға ул саҡта ни бары 16,5 йәшбула. 1,5 йәш өҫтәп яҙалар сельсоветта. Атаһы “ :”Һинең йәшең етмәгән, барып һөйләшәйем”- тиһә лә Ишҡол риза булмай һуҡышҡа китә.
1943 йылдың декабренән 1944 йылдың майына тиклем Алкинола һуғышҡа әҙерлек курсы үтә. “Кәүҙәгә оҙон булғас һәр саҡ стройҙа алдан йөрөнөм. Алдан йөрөү еңелерәк,” - тип хәтерләй ветеран учебкала булған саҡтарын.
Учебка тамаланғас 40-сы полк составында Смоленск өлкәһендә хәрәкәт итеүсе армия составында һуғышҡа инә.Калинин ҡалаһын обороналауҙа ҡатнаша, пулеметсы ярҙамсыһы була. Унда йә оборона тотабыҙ ,йә артҡа сигенәбеҙ, тип хәтерләй ветеран. Йәш кенә булғасым бөтәһе лә мине йәлләп ярҙам итергә торалар ине. Мин пулеметчиктың ярҙамсыһы булдым. Мин бала ғына күргәнмендер төркмән пулеметчигы минән пулеметты йөкмәтмәй һәр саҡ үҙе күтәреп алып йөрөнө.“Ят , башыңды күтәрмә, йәшен,”- ти торған ине.Бер яуҙа үлеп ҡалды.Эй яҡшы кеше булды. Ул үлгәс тағы бер төркмән егетенә ярҙамсы итеп ҡуйҙылар. Шул тиклем яҡшы егеттәр булдылар. Һәр саҡ миңә ярҙам итеп кенә торҙолар, тип хәтерләй хеҙмәттәштәрен.
Вильнюс эргәһендә бик ҡаты һуғыш булды. Беҙҙең батальонға бер тау башында оборона тоторға приказ килде.Үҙебеҙҙең ғәскәр килгәнсе Рига яғынан килгән юлды тоторға тейеш инек . Батальонда 50 һалдат булһа шуларҙан мин бер үҙем ҡалдым. Минең итегемдең башы айырылған ине. Мин уны атлауға ҡамасау яһағас силғауым менән бәйләп алырға булдым. Окоп немецтарҙан ҡалған бик тәрән, бер нәмә яҡшылып күренмәй. Беҙҙекеләр атакаға күтәрелде мин окоптан сығыуға батальонданбер кем ҡалмаған. Үҙебеҙҙекеләрҙе эҙләп киттем.Самалап ике тау араһында йырын буйлап, иҫке ҡәберлектәр аша эҙләй торғас үҙебеҙҙекеләрҙе эҙләп таптым. Унан - бынан 50 –ләп кеше йыйылған. Лейтенанттан үҙебеҙҙең часть тураһында һорап ҡарайым улар ҙа бер нәмәлә белмәй.”Инде һин үҙ часыңды таба алмаҫһың,”- тинеләр. Тағы ла немецтарҙың атакаһы башланды.Немецтарға хеҙмәт иткән латыш һалдаттары баш күтәрергә ирек бирмәйҙәр. Был һуғышта 11 кеше пленға эләктек. Беҙҙе Вильнюстағы полевой лагерҙа 3- 4 көн тоттолар. Лагерь асыҡ ерҙә ,немецтар урман эсенә инергә ҡурҡалар, сөнки бөтә ерҙә партизандар отряды. Артабан Псков өлкәһендәге Опочка әсирҙәр лагерында булдым. Унан ҡыуалап Ригага алып киттеләр.
Юл буйында хохол ҡатындарын осраттыҡ. Улар ялан аяҡта, ҡайҙалыр эшкә китеп баралар ине. Беҙҙең арала хохол егете бар ине.Уларға үҙ телендә нимәлер әйтте, теге ҡатындар беҙгә бәләкәй генә сепрәккә төрөлгән сөгөлдөр ташланылар. Ул сөгөлдөрҙө хохол егете бөтәбеҙгә лә тигеҙ итеп бүлеп бирҙе. Ул сөгөлдөр тәмен әле булһа онотмайым шул тиклем тәмле ине. Ғүмерем буйы сөгөлдөр яратам. Көндә ашайым ти, Ишҡол апа. Рига ҡалаһында яҡташым Дәүләт ауылынан Ялалов Әбүзәр ағайҙы осраттым. 6 июнь Риганан Германияға оҙаттылар.Балтик диңгеҙе аша баржала алты тәүлек барҙыҡ.Ашарға- эсергә бирмәнеләр.Баржаға әсирҙәр тыңҡыслап тултырылған, ултырырға урын юҡ баҫып барҙыҡ, тын алыуы ауыр, кәрәгеңә барыр урын да юҡ. Дрезден ҡалаһына барып еттек Ярға төшкәс бер аҙ баланда бирҙеләр.Унан һуң концлагерға алып барып бикләнеләр. Шул хәтлем ҙур лагерь.Дөрөҫөрәге, лагерь эсендә лагерь.“Ганновер- Мисбург ” лагеренда
сортировка үттек. Беҙҙән алда лагерга эләккән хәрби тотҡондарҙың тора алмай ятҡандары күп ине.Уларҙы тура мейескә оҙаталар.Үҙҙәре үк мейескә сират көтөп ятабыҙ, тиҙәр. Ундайҙар бик күп. Төрлөбеҙҙе төрлө эшкә сортировка үтеп билдәләнеләр. Мине Митя исемле бик сос малай менән сатан немец бабайы велосопед менән килеп заводка эшкә һайлап алды.Ул малай партизан отрядынан эләккән ине.Бик йәш. Тик үҙенең партизан отрядынан икәнен йәшерҙе, сөнки уларҙы шунда уҡ аталар. Бик сос малай булды.Иң алда яҡшы итеп мунсала йыуындырып алдылар. Күп ваҡыт һыу күрмәгән кешеләр рәхәтләнеп йыуындыҡ. Бетләп бөткән инек . Бет менән бөрсәне тәнебеҙҙән услап алып ташлай инек. Немецтар тиф ауырыуы таралыуынан ҡурҡып беҙҙе йыуындырып алдылар Йөк машинаһы менән емерек өйҙәрҙең кирбестәрен килтереп ауҙаралар беҙ шуларҙы көнө буйына таҙартабыҙ. Бындайэшкә оло, көслөрәк ирҙәрҙе алманылар. Уларҙан ҡурҡалар, беҙ бала ғына булғас беҙгә ошондай эш эләкте. Көнөнә бер тапҡыр ҡара икмәк бирәләр. Ул икмәктә нимәнән бешерелгәндер инде, кем белһен, шуны ғына ашап йөрөнөк. Беҙҙең эргәләгенә француз һәм итальяндарҙың лагеры булды. Уларҙы айырым тоттолар. Уларға илдәренән Красный Крест ашарға алып килә ине. Үҙҙәре бешереп ашанылар. Беҙгә ундай нәмә юҡ. Лагерҙа тәмәке бик дефицит булды. Берәй тәмәке табып алһаҡ көнө буйы шуны һындырмай ҡолаҡ аҫтына ҡыҫтырып йөрөйбеҙ. Беҙҙе һаҡлаған немецтарға ипләп кенә офицерҙар күрмәгәндә күрһәтәбеҙ. Ымлап ҡына биҙрәгә төшөргә ҡушалар. Шул сигарет хаҡына офецерҙар булмаған саҡта итальяндар яғына сығырға рөхсәт итәләр. Итальяндар котелок төбөндә бутҡаларын ашап бөтмәй беҙгә бирәләр. Француз һалдаттары бер ҡасан бирмәнеләр, тегеләр бирәләр. Шуны әҙ булһа ла ялап ҡуя инек.
Бер көндө беҙгә табан ике немец офицеры килә. Туп- тура миңә киләләр. Мин уйлап торам хәҙер типкеләй башларҙар, хәлдәре бөткәнсе туҡмарҙар инде тип. Бер офицер минән мосолманмы тип төрөксә һораны. Әҙ -мәҙ аңлап мосолман башҡорт икәнемде аңлата алдым. Мин үҙемсә , ул үҙенсә һөйләшәбеҙ. Башҡортостанды белмәй үҙемде Уралдан тием. “Урал,Уралды беләм”,- тип ҡыуанып китте. Эргәһендәторған офицерға аңлата. Кеҫәһенән бер ус ялтыр ғына имә торған кәнфит биреп китте. Был кәнфиттең тәмен иҫләмәйем, ләкин теге сөгөлдөр тәмен онота алмайым. Кәнфиттән сөгөлдөр тәмлерәк ине.
14 апрель 1945 йыл немецтар беҙҙе лагерҙан ҡыуып алып китә башланылар. Шул саҡ Америка һалдаттары бомбаға тотто. Улар беҙҙе тотҡонлоҡтан ҡотҡарҙы. Был ваҡытта мин эс китеүҙән хәлем бөтә , тора алмай башлаған инем. Мине америка госпиталенә алып киттеләр. Дарыу биреп сығарҙылар.Шул дарыу ярҙам итте. Митяны мин бомбежка ваҡытын да юғалттым. Бик шәп малай ине, моғайын яңынан партизандарға барып ҡушылғандыр ул тип уйлайым.
Тотҡондан ҡотолоу менән беҙҙең күргән ыҙалар әле бөтмәне әле. Төрлө тикшереүҙәр, һорау алыуҙар һәм башҡалар. Үҙебеҙҙекеләргә бөтә Европаны йәйәүләп, көнөнә 30-40 км үтеп килеп сыҡтыҡ. Тикшереүҙәрҙән һуң Ишҡол Мәхмүтовты Стройбатҡа Пермь өлкәһенә тимер юл һалырға ебәрәләр. Фашистик Германияны еңеүҙе ул бында ҡаршылай.
1947 йыл яҙ көнө миңә ҡыҫҡа ваҡытҡа ял биреп ауылға ҡайтып килергә рөхсәт булды. Йәйәүләп Ҡырҡты аша ауылға ҡайтып барам. Асҡарҙы үткәс Әүикәй тауы эргәһендә юл буйлап бер бабай килә. Мин сырамытып атайыма оҡшатам. Бабай туп- тура миңә килеп ҡулын биреп һаулыҡ һорашты. Ҡулымды ебәрмәй.Мин атайымды таныным, атайым мине танымай." Кем булаһың ",-ти, өндәшмәйем.Юрамал :"Ишҡолдан хат киләме"- тип , һорайым. Юҡ-ти. Һамман ҡулды ебәрмәй. Тора торғас” Әллә Ишҡол һин инде”,- тине. Маңлайымда миңемде ҡарай. Миңде күргәс” Улым ултырайыҡ әле”,- тип ергә ултырҙыҡ. Ҡосаҡлашып байтаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. 1944 йылда миңә “ҡара ҡағыҙ” алған булғандар. Әсәйем ышанмаған, ҡайта ул тип көткән. Атайым Асҡарға сәй алырға китеп бара икән. Шулай нисә йылдар үткәс атайым менән осраштыҡ. Атайым танымаҫлыҡ булып ауылыма ҡайтып төштөм.
Ул Пермдә 51-се йылдар башына тиклем йәшәй һәм эшләй. Бында Ракия исемле ҡыҙ менән таныша, ул сығышы менән Илеш районынан була. Өйләнешкәс, тыуған яҡтарына ҡайталар . Бында өс ул һәм бер ҡыҙыға ғүмер биреп бик матур итеп йәшәп китәләр. Ауылда эш булмау сәбәпле Күсем руднигына эшкә барып урынлаша. Унда төрлө эштә йөрөй. Хатта Мәгнит ҡалаһындағы ММК-ла домна мейестәрен таҙартыусыбула.Ярты сәғәткә төшөрәләр, берәр сәғәт эшләп сыға инек. Рудник ябылғас Салауат утарында ММК өсөн ағас ҡырҡа. Шунан һуң ауылына ҡайтып төпләнә. «Заветы Ильича»колхозында эшләй . Бөтәһе кеүек үк һөрә һәм сәсә… Ишкул Хәмзә улы «Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы, Жуков миҙалы менән бүләкләнгән. Немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә күрһәткәнбатырлығы, сыҙамлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн, һәм Совет халҡының БөйөкВатан һуғышында Еңеүенең 40 йыллығы уңайынан СССР Юғары советы Президиумы Указы менән II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.

#АбзелиловскийИКМ
#Памятьпоколений
#80летПобедеВеликойОтечественнойвойне
#ГодзащитникаОтечества
#Бессмертныйполк
1074

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ