Рекламный баннер 990x90px bantop

Күмертау ҡалаһында 8 июндән 10-на тиклем үткән “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәрҙең төбәк-ара конкурсында еңеү яулаған уҡыусыларыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!!!

07:25 11.06.2025 16+
Күмертау ҡалаһында 8 июндән 10-на тиклем үткән “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәрҙең төбәк-ара конкурсында еңеү яулаған уҡыусыларыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!!!

️“Урал батыр” эпосы көнөнә арналған был сара ысын байрамға әйләнде. Республиканың төрлө төбәктәренән һәм Ырымбур өлкәһенән йыйылған уҡыусылар үҙ-ара эпосты һөйләү һәм сәхнәләштереү буйынса көс һынаштылар. Ҡатнашыусыларҙың талантлы сығыштары һәр тамашасыға онотолмаҫлыҡ тойғолар бүләк итте.

️Әбйәлил районы ҡатнашыусылары бөтәһелә призлы урынға эйә булдылар - яңғыҙ сығыш яһаусылар араһында:

1 урын - Намазбаева Нәйлә (Дәүләт ауылы “Тылсым” балалар баҡсаһы, ет. Намазбаева Ф.В.),
2 урын – Мохтарова Асия (Хәлил ауылы “Ҡарлуғас” балалар баҡсаһы, ет.Байгилдина Г.Х., Ирназарова Д.Ә.),
3 урын – Әхмәтшин Айсар ( Красная башкирия мәктәбе, ет.Әхмәтшина З.Й.) яуланылар.

️Сәхнәләштереү турында:
2 урын - Т.Кусимов исемендәге гимназия фольклор коллективы (ет.Даутова Л.А.),
3 урын – Асҡар ауылы “Тирмәкәй” балалар баҡсаһы фольклор коллективы (ет. Сәйетғәлина Г.М., Ғүмәрова Г.Р.),
“Иң яҡшы сығыш” номинацияһын Балалар ижады йорто фольклор коллективы (ет.Әхмәтшина З.Й.) яуланылар.
“Иң яҡшы ир-егет образы” номинацияһында еңеүсе - Дауытов Рушан (Т.Кусимов исемендәге гимназияһы уҡыусыһы).
“Иң яҡшы костюмлаштырылған образ” номинацияһында еңеүсе - Хәйбуллина Әлиә (Асҡар ауылы “Тирмәкәй” балалар баҡсаһы).
Йәш таланттарға илһам, уңыштар, үҙ-үҙҙәренә ышаныс, үҫеш теләйбеҙ. Туған телгә булған һөйөү һеҙҙе алға әйҙәп, яңы ижад офоҡтарын асһын.

Оло рәхмәтебеҙ етәкселәргә - сабырлыҡ, аҡыл һәм фиҙаҡәр хеҙмәте менән балаларҙың һәләтен аса, мәҙәниәтен үҫтерә.

Ата –бабаларыбыҙҙың аманаты быуындан быуынға күсеп, һәр кемдең күңелендә йәшәһен!
2206

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ