Рекламный баннер 990x90px bantop

Буранғол мәҙәни-ял итеү үҙәгендә, ауыл китапханаһы менән берлектә «Урал батыр» эпосы көнөнә арналған, «Урал батыр эҙҙәренән» тип аталған сара үтте

12:55 09.06.2026 16+
Буранғол мәҙәни-ял итеү үҙәгендә, ауыл китапханаһы менән берлектә «Урал батыр» эпосы көнөнә арналған, «Урал батыр эҙҙәренән» тип аталған сара үтте.

Сарала хөрмәтле ҡунаҡтар, сәсәндәр, Садыҡова Вәсилә Зәйнулла ҡыҙы һәм Әүбәкирова Хәнифә Шәһиғәле ҡыҙы сығыш яһаны. Иң кескәй ҡунағыбыҙ, дүрт йәшлек Илзирә Шәһивәлиеваның сығышы барыһын да таң ҡалдырҙы. Ул «Урал батыр» эпосының бер өлөшөн яттан һөйләп ишеттерҙе.

«Йәнгүзәл» фольклор ансамбле Белорет районында үткән «Урал батыр» эпосы көнөнә арналған байрамға барып ҡайтыуҙары тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Әсәҙуллин Фәнил Шәйхислам улы ҡунаҡтарға рәхмәт хаттары тапшырҙы. Сараны Сәүҙә Баймөхәмәт ҡыҙы алып барҙы.

Мәғлүмәт Буранғол ауылы мәҙәниәт йортоноң сәхифәһенән.
797

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ