Рекламный баннер 990x90px bantop
8 июнь – «Урал батыр» эпосы көнө
08:06 08.06.2026 16+
8 июнь – «Урал батыр» эпосы көнө
Башҡортостанда башҡорт халҡының бөйөк эпосына арналған милли байрам билдәләнде.
8 июндә Башҡортостан Республикаһында «Урал батыр» эпосы көнө үтә. Был байрам Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың 2025 йылдың 30 майындағы указына ярашлы булдырылды. Йыл һайын 8 июндә билдәләнеүсе был байрам, башҡорт халҡының мәҙәни мираҫын һаҡлауға һәм арттырыуға йүнәлтелгән.
«Урал батыр» эпосы — ул тик әҙәби әҫәр генә түгел, ә быуындан-быуынға күсеп килгән рухи хазина. Эпос халҡыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен, изгелек менән яуызлыҡ, яҡшылыҡ менән яманлыҡ, үлем һәм мәңгелек кеүек ғүмерлек төшөнсәләрҙе сағылдыра, халыҡтың донъяға ҡарашын формалаштыра.
Эпостың тамырҙары һәм бөйөк сәсәндәр.
1910 йылда йәш Мөхәмәтша Буранғолов «Урал батыр» эпосын хәҙерге Баймаҡ районының Иҙрис һәм Бәләкәй Этҡол ауылдарында йәшәгән сәсәндәр Ғәбит Арғынбаев менән Хәмит Әлмөхәмәтовтан яҙып алған.
Хәмит менән Ғәбит сәсәндәрҙең уҡытыусыһы, халҡына мәңгелек ҡобайырҙы еткереүсе, башҡорт халҡының күренекле сәсән-импровизаторы Мырҙаҡай (Ишмөхәмәт) Мырҙаҡаев-Балапановбулған. Мырҙаҡай (Ишмөхәмәт) Мәһәҙи улы Мырҙаҡаев-Балапанов хәҙерге Әбйәлил районы, элеккеТамьян-Ҡатай кантоны, Күбәләк-Тиләү улусы ЯңыБалапанауылында 1781 йылдатыуған.
Халҡыбыҙ уны Ишмөхәмәт-сәсән тип белә. Ишмөхәмәт-сәсән Мырҙаҡаев үҙенәсә алдағы сәсәндәрҙең ижади мираҫын һаҡлап ҡалыуҙан тыш, боронғо ҡулъяҙмалар, шәжәрәләр туплау менән дә дан тотҡан. «Урал батыр», «Әбүзәр», «Алпамыша» кеүек донъя әһәмиәтендәге ҡобайырҙарҙың авторҙашы һәм башҡарыусыһы, «Саңдыүҙәк», «Томан», «Малбай», «Бүҙекәй кантон» йырҙары, «Перовский» маршы авторы һәм башҡа халыҡ араһында киң таралған халыҡ ижадының авторы — былар барыһы ла — башҡорт халҡының күренекле сәсән-импровизаторы.
«Урал батыр» — халҡыбыҙҙың асылы.
«Урал батыр» — халҡыбыҙҙың асылы. Эпос көнө мәҙәни йолаларыбыҙҙың мөһим өлөшөнә әйләнер. Үҙен башҡорт тип һанаған һәр кем был эпосты мотлаҡ белергә тейеш.
Башҡортто башҡорт итеп донъя кимәленә сығарған «Урал батыр» ҡобайырын Ғәбит һәм Хәмит сәсәндәр аша беҙгә еткереп, үҙ халҡына һәйкәл ҡуйған Ишмөхәмәт сәсән Мырҙаҡаев (Балапанов) үҙе, һис шикһеҙ, һәйкәлгә лайыҡ.
#АбзелиловскийИКМ#Урабатырэпосы
#ПозаветамУралбатыра#Абзелиловскийрайон#МузеиРБ

Оставить сообщение: