Рекламный баннер 990x90px bantop

28-се тапҡыр үткәрелгән «Урал батыр» республика конкурсы Әбйәлил районы ҡатнашыусылары өсөн ҙур уңыштар менән тамамланды!

11:17 31.05.2026 16+
28-се тапҡыр үткәрелгән «Урал батыр» республика конкурсы Әбйәлил районы ҡатнашыусылары өсөн ҙур уңыштар менән тамамланды!

Яңғыҙ башҡарыусылар араһынан утыҙға яҡын конкурсант көс һынашты. Бында түбәндәге еңеүселәр билдәләнде:
1-се урынға — Байым урта мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Миндебаев Рамаҙан, етәксеһе Абсаҙыева Д. Х.;
2-се урынға — Хәлил балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Мөхтәрова Алһыу, етәксеһе Ғәлина Ф. М. ;
3-сө урынға — «Хазина» полилингваль мәктәбенең 1-се класс уҡыусыһы Намаҙбаева Нәйлә, етәксеһе Әхмәтшина З. Й. лайыҡ булды.
Шулай уҡ Хәлил мәктәбенең 1-се класс уҡыусыһы Мөхтәрова Асия иң яҡшылар иҫәбендә номинацияла билдәләнде.

Фольклор коллективтар араһында ла район данын юғары тоттолар:
1-се урында — «Теремок» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре (өс йыл рәттән беренсе урынды яулайҙар)етәкселәре Сәитғалина Ә. В., Ғүмәрова Г. Р.;
3-сө урында — «Хазина» полилингваль мәктәбе уҡыусылары, етәкселәре Дауытова Л. А., Рәхмәтова Р. Н.;
3-сө урында — Хәлил мәктәбе уҡыусылары, етәкселәре Ғәлина Ф. М., Шөғөрова Г. А.
"Иң яҡшы ҡатын - ҡыҙ образы" номинацияһы менән Фәтхетдинова Әмирә, Хазина полингвиаль мәктәбе уҡыусыһы билдәләнде
Ошо күркәм еңеүҙәре менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Балаларға дәрт, илһам һәм оҫталыҡ бүләк иткәндәре, уларҙы әҙерләгәндәре өсөн етәксе- уҡытыусыларға һәм тәрбиәселәргә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Шулай уҡ, уңыштарыбыҙҙың нигеҙе булған, балаларҙың хыялдарына ышаныс һәм көс өҫтәп торған ата-әсәләргә айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
Еңеүселәрҙе тағы ла бер тапҡыр тәбрикләйбеҙ!
766

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ