Рекламный баннер 990x90px bantop

#АбзелиловскийИКМ

14:40 30.04.2026 16+
#АбзелиловскийИКМ
#Бессмертныйполк
#81летПобедывВеликойОтчественнойвойне
#Памятьпоколений

Ғиззәтуллин Әхәт Әбделғәни улы Әбйәлил районы Әбдрәш ауылында күп балалы ғаиләлә 1923 йылда тыуа.
Илебеҙгә дошман баҫып ингәндә Әхәт Ғиззәтуллинға 18 йәш була.1942 йылдың февраль айында уны һуғышҡа оҙаталар.Өфө ҡалаһында эшелондарға тейәпМәскәүҙән 42 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Рашенский ҡалаһына алып китәләр. Бер төркөм һалдаттарҙан 7-се хәрби һауа десант бригадаһы төҙөп, уларҙы биш ай буйына парашюттан һикерергә, атырға өйрәтәләр. Десантник итеп әҙерләйҙәр.Июнь аҙағында Сталинградтан ары Дон яры буйындағы 112-се уҡсылар гвардия полкы составында һуғышҡа инәләр.Ауыр көндәр башлана.Дошман пулеметтары көнө-төнө тынмай, бер туҡтауһыҙ снаряд шартлай. Үлемесле алыш дауам итә.Беҙҙекеләр һуңғы патронға тиклем атырға, оборона тоторға тырыша.Дошман бик көслө, туҡтатып тороу мөмкин түгел. Ваҡытлыса булһа ла сигерергә, көс тупларға кәрәк.Полк һәр метрҙы һуғыша-һуғыша ҡалдырып артҡа сигенә.Бик күптәр әсиргә эләгә. Әхәт Ғиззәтуллин да улар араһында була.16.08.1942 йыл уны полкта хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегенә индерәләр.
Концлагерға эләгеп унда этләнеү башлана. (Ниндәй концлагерҙа булыуы тураһында мәғлүмәт һаҡланмаған). Был лагерҙа бер төркөм иптәштәре менән ҡаса. Ҡасып китеп Чехословакия ерендә Ян Жижа исемендәге партизандар отрядына урынлаша.Яҡташы Даян Мурзин “Ҡара генерал” менән бергә дошманға ҡаршы һуғыша. Партизандарҙың бурысы-Татра тауы артында урынлашҡан заводҡа немецтарҙы яҡын ебәрмәү.Фашитстарҙың автоматтары, гранаталары менән ҡоралланған партизандар заводты ныҡ һаҡлайҙар. Аңғармаҫтан дошманға һөжүм итеп дошмандың күп складтарын,танктарын юҡ итәләр, күперҙәрҙе шартлаталар. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн II дәрәжә Бөйөк Ватан ордены менән бүләкләнә.
1945 йылдың февралендә Совет Армияһы Чехославакияны азат итә.Партизандар Аломус ҡалаһында июнгә тиклем була.Уларҙы десантсылар батальонының 30-сы бүлеге итеп билдәләйҙәр.Еңеү көнөн Аломус ҡалаһында ҡаршылай.
1947 йылға тиклем Белоруссияла урынлашҡан Бреслилавский складын һаҡлай. Был складта дошмандарҙан тороп ҡалған трофей итеп алынған ҡорал, башҡа кәрәк- яраҡтар була.
Тик 1947 йылдың июль айында тыуған ауылына ҡайтып төшә.Хаҡлы ялға сыҡҡансы “Урал ” совхозының Әбдрәш бүлексәһендә хисапсы булып эшләй. 2006 йылда вафат була.
725

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ