Рекламный баннер 990x90px bantop

Милли кейем көнө музейҙа

12:24 17.04.2026 16+
Милли кейем көнө музейҙа.

17 апрель, "Музейҙа милли кейем көнө" Республика музейҙар акцияһы сиктәрендә Әбйәлил тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында “ Өләсәйем һандығы” исемле матур сара үтте.
Башҡорт халҡының милли йолаларын һаҡлау, үҫтереү, балаларға тейешле тәрбиәбиреү, һандыҡ тураһында төшөнсә индереү, быуындан быуынға тапшырыла килгән йолаларҙы тергеҙеү ,телебеҙгә, илебеҙгә һөйөү тәрбиәләү, рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлау маҡсатында,Асҡар ауылының “Сулпылар” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре өсөн музей хеҙмәткәрҙәре район ағинәйҙәре менән берлектә интерактив сара үткәрҙе.Халыҡ ижадына байҡау яһап, һандыҡ эсендә һаҡланған башҡорт кейемдәрен барланылар.
Ағинәйҙәр Гөлзифа Миҙәхәтҡыҙы Ғафарова һәм Светлана Камил ҡыҙы Истамғолова, Сәғиҙә Ҡотдос ҡыҙы Йәнбирҙина балаларҙы серле һандыҡта һаҡланған ҡомартҡылар:сигелгән күлдәк һәм алъяпҡыстар, яулыҡтар менән бер рәттән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәнеү кейемдәренән селтәр, ҡашмау, ҡулъяулыҡтарҙың һәр береһенең тарихын, ҡулланылышын һөйләнеләр.
Сара барышында балалар үҙҙәренең сығыштары менән инәйҙәрҙе һөйөндөрҙөләр.Һандыҡ төбөндә кескәйҙәр өсөн бүләктәр ҙә булған икән: ҡыҙҙарға һәм малайҙарға өләсәйҙәрҙән тәмлекәстәр ҙә эләкте.
Матур башҡорт биҙәүестәрен таҡҡас бергәләшеп йырлап бейешеп тә алдылар.Сара бик күңелле һәм фәһемле үтте.
Быуындар бәйләнеше булған, мөһим мәҙәни сарала ҡатнашыусыларға оло апайҙарға рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Донъяларыбыҙға тыныслыҡ, һәммәбеҙгә лә именлек теләйбеҙ! Шат балалар тауыштары менән гөрләшеп йәшәйек!

#АбзелиловскийИКМ#Милликейемкөнө#ДеньнациональногокостюмаРБ2026#ЭтнокодБашкортостана#
1214

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ