Рекламный баннер 990x90px bantop
Бергәләшеп диктант яҙҙыҡ.
13:50 17.04.2026 16+
Бергәләшеп диктант яҙҙыҡ.
Бөгөн Әбйәлил тарих- тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре башҡорт теленән диктант яҙыу акцияһына ҡушылды.
Халыҡ-ара диктант республика өсөн ябай акция түгел. Ул халҡыбыҙҙы берләштереүсе, үҙаңыбыҙҙы уятыусы шәп сара. Туған тел аша беҙ асылыбыҙҙы аңлайбыҙ, халҡыбыҙҙың рухи байлығын һаҡлайбыҙ.
Текстар йыл да уйланып һайлана, актуаль, йыл тематикаһына бәйле улар. Быйыл диктант текстары Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылына, Башҡортостанда иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылына, шағир һәм мәғрифәтсе Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 200 йыл тулыуға арналды.
Музей хеҙмәткәрҙәре Асҡар ауылындағы Т.Кусимов исемендәге гимназия коллективы менән бергәләп был сарала ҡатнашты.Бында башҡорт теленән үҙҙәренең белемен тикшереп ҡарарға уҡыусылар, мәктәп коллективы, район ағинәйҙәре булыуы һөйөндөрҙө. Уларҙың барыһы ла МөнирҠунафиндың “Беҙҙең көс” тигән башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн тәғәйенләнгән диктантты яҙҙы.Илһөйәрлек, батырлыҡ, милләт-ара дуҫлыҡ менән һуғарылған был тексты һәр кем ғорурланып яҙҙы.Халыҡ-ара диктантта ҡатнашыу, берҙәмләшеүҙән тыш, телгә һөйөү, ҡыҙыҡһыныу уятыу, уны модалы итеүҙең бер сараһы.
#башҡорттелендәдиктант#башдиктант2026
#башҡортсадиктантяҙам

Оставить сообщение: