Рекламный баннер 990x90px bantop

2026 йыл – Башҡортостан башлығы Радий Хабиров тарафынан Ҙур һәм татыу ғаилә тип иғлан ителде.

13:27 17.04.2026 16+
2026 йыл – Башҡортостан башлығы Радий Хабиров тарафынан Ҙур һәм татыу ғаилә тип иғлан ителде.
Ҙур һәм татыу ғаилә йылы– ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға, йәмғиәттең гармониялы үҫешеүе өсөн шарттар тыуҙырыуға тағы ла бер мөмкинлек ул. Тематик йылдың төп маҡсаты – ғаиләнең, ҙур һәм татыу, күп балалы һәм күп быуынлы ғаиләләрҙең абруйын күтәреү, күп балалы һәм күп быуынлы ғаилә образына яңы һулыш биреү булып тора.
Ошонан сығып, Әбделмәмбәт мәктәбендә:
2026 йыл - Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арнап, "Алтын тирмә" уйыны уҙғарылды. Был уйынды тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Нәргизә Сайфулла ҡыҙы һәм тәрбиә эше буйынса директор кәңәшсеһе Айһылыу Альберт ҡыҙы алып барҙы. Ҡатнашыусы ғаиләләр ихлас күңелдән үҙҙәре тураһында һөйләп,шөғөлдәре менән таныштырып үттеләр.
Һәр бер турҙа төрлө һорауҙарға яуап бирҙеләр, мәҡәлдәр әйттеләр, ребустар систеләр. Шулай итеп, һөҙөмтәләр түбәндәгесә булды:
"Иң йәш ғаилә" номинацияһына-Шариповтар ғаиләһе лайыҡ булды
"Күп балалы башҡорт ғаиләһе"-Гибадатовтар
"Иң эшсән ғаилә"-Сулеймановтар
урын -Таһировтар
урын-Дияровтар
урын-Ильясовтар
Ҡатнашыусы барлыҡ ғаиләләргә ысын күңелдән рәхмәт һүҙҙәре еткерәбеҙ! Артабан да шулай әүҙем, сәмсел, ихлас булып ҡалыуығыҙҙы теләйбеҙ!
Һәммәгеҙгә лә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ! Ғаилә усағығыҙ һәр ваҡыт дөрләп янып торһон
849

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ