Рекламный баннер 990x90px bantop
19 март көнө Боранғол урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусылары өсөн район семинары үтте
10:25 20.03.2026 16+
19 март көнө Боранғол урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусылары өсөн район семинары үтте. Был сараға әҙерләнгәндә күңелдә бик күп төрлө уйҙар, борсолоу тойғоһо бар ине. Сөнки «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙың ижади әүҙемлеген үҫтереү» темаһы, башланғыс кластар уҡытыусыларының ғына түгел, тотош халҡыбыҙҙың бик ныҡ «ауыртҡан урыны», сетерекле мәсьәләһе булып тора һәм, әлбиттә, ойоштороусолар , асыҡ дәрес биреүсе, мастер-класс әҙерләүсе коллегаларыбыҙ алдында тәү ҡарашҡа ҙур проблема булып баҫа.
Бәхетебеҙгә күрә, беҙҙең район башланғыс кластар уҡытыусылары араһында ла, илебеҙ яҙмышына битараф булмаған, телебеҙҙе өйрәтеүгә, һаҡлап алыуға бик күп көс һалған уҡытыусылар бар. Семинарҙа дәрес күрһәтеү, тәжрибә уртаҡлашыу, ойоштороу бурысы тап уларға йөкмәтелде.
Асҡар ауылының күп профилле «Хазина» мәктәбе уҡытыусыһы Дауытова Люциә Азамат ҡыҙының башҡорт теленән дәресе яҙ темаһы аша уҡыусыларға предметтың атамаһын белдереүсе һүҙҙәрҙе табырға, тирә-яҡ мөхиткә иғтибарлы булырға өйрәтте, һәр бер уҡыусыны оҫта йәлеп итеп, балаларҙы әүҙемләштерҙе.
Истамғәлин Илгиз Наил улының дәресе башҡорт халыҡ йыры «Ғилмияза»ны тыңлау менән башланып китеүе осраҡлы түгел, сөнки тыуған ауылыңа, мәктәбеңә ҡайтып дәрес күрһәтеүе, үҙ эшен яратып башҡарыусы уҡытыусы өсөн айырыуса тулҡынландырғыс ваҡиға. 4 класс уҡыусылары өсөн әҙерләнгән дәрес тулыһынса заман талаптарына тап килә, халҡыбыҙҙың ижади ҡомартҡыларын һаҡлауға, өйрәнеүгә булышлыҡ итә.
Боранғол урта мәктәбе уҡытыусыһы Фәттәхова Рәмзилә Тимерйән ҡыҙы әҙәби уҡыу дәресендә балаларҙы Сәрүәр Суринаның «Ере байҙың - теле бай» әҫәре менән таныштырҙы. Уҡыусылар үҙҙәренең шыма һәм хатаһыҙ уҡыуҙары менән һоҡландырһа, Рәмзилә Тимерйән ҡыҙы төрлө үҫтереүсе алымдарҙы бик урынлы ҡулланып, дәрес барышында диалект һүҙҙәр менән таныштырырға, әкиәтте сәхнәләштерергә өлгөрҙө.
Семинарҙың икенсе өлөшөн Боранғол урта мәктәбенең уҡыусылары дәртле йырҙары, бейеүҙәре, рухлы шиғырҙары менән йәнләндерҙеләр һәм һүҙҙе оҫталыҡ дәрестәре әҙерләүсе уҡытыусыларға тапшырҙылар.
Беренселәрҙән булып Хәмит урта мәктәбе уҡытыусыһы Абдуллина Наилә Рәис ҡыҙы сығыш яһаны. Ул үҙенең эшләгән күргәҙмә материалдары, дидактик уйындары менән таныштырҙы. Әлбиттә, Наилә Рәис ҡыҙының хеҙмәте, балаларҙың ижади әүҙемлеген үҫтереүгә, телгә һөйөү тәрбиәләүгә туранан - тура бәйле.
Боранғол урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Усманова Луиза Мир ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә ҡулланған һығылмалы күнекмәләр менән таныштырып үтте. Луиза Мир ҡыҙының тырышлығы бушҡа китмәһен, семинарҙа ҡатнашыусылар был алымдарҙы үҙҙәренең эшендә ҡулланыр тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Амангилде мәктәбе уҡытыусыһы Ялмырҙина Филүзә Ишбулды ҡыҙы «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә ижади шәхес тәрбиәләү» темаһына әҙерләгән оҫталыҡ дәресе барлыҡ уҡытыусыларҙы бай йөкмәткеһе менән йәлеп итте, ижад донъяһына сумдырҙы.
Семинар капиталь ремонттан һуң асылған интернатҡа экскурсия һәм төрлө-төрлө һыйлы өҫтәл артында күңелле һөйләшеүҙәр, сәй эсеү менән тамамланды. Хеҙмәт дәресендә уҡыусы малайҙар тарафынан эшләнгән бүләк тә барлыҡ ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килде.
Районыбыҙҙың башланғыс кластар уҡытыусылары берекмәһе исеменән Боранғол урта мәктәбе администрацияһына, коллективына, семинарҙы ойоштороуға бик күп көс һалыусы Айгөл Урал ҡыҙы Фәттәховаға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, талантлы уҡыусылар, ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар, тыныс күк йөҙө теләп ҡалабыҙ.

Оставить сообщение: