Рекламный баннер 990x90px bantop
II тур тамам
02:59 18.02.2026 16+
II тур тамам
«Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» республика конкурсының II туры тамам.
Ике көн дауамында 15 финалист "Оҫталыҡ дәресе", "Блиц-турнир" конкурс этаптарында көс һынашты.
Рәхмәтуллина Линара Ғәфүр ҡыҙы был һынауҙа ла уңышлы сығыш яһаны. Ғөмүмән, һәр турҙа ҡатнашыусылар педагогик өлкәлә үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашты, үҙҙәре өсөн ниндәйҙер асыш яһаны. Конкурсанттарҙың сығышын мәртәбәле жюри ағзалары баһаланы.
Тәбрикләү сараһында жюри рәйесе Башҡортостан Республикаһы Мәғәрифты үҫтереү институтының Милли мәғәриф буйынса ресурс үҙәге директор урынбаҫары, педагогика фәндәр кандидаты Дәүләтшина Мәрхәбә Сәйәфәр ҡыҙы финалистарҙы диплом менән бүләкләне.
Афарин, Линара Ғәфүр ҡыҙы, ғорурланабыҙ һеҙҙең менән, артабан да тик уңыштар теләп ҡалабыҙ.

Оставить сообщение: