Рекламный баннер 990x90px bantop
Быйыл, 2026 йыл- Афғанистандан совет ғәскәрҙәренең сығарылыуына 37 йыл
07:12 18.02.2026 16+
Быйыл, 2026 йыл- Афғанистандан совет ғәскәрҙәренең сығарылыуына 37 йыл. Афған һуғышы – тарихыбыҙҙың ҡайғылы бер бите. Ул туғыҙ йыл, бер ай һәм 19 көн дауам итә. Был һуғышта 10 йыл эсендә 15 меңдән артыҡ совет һалдаты һәм офицеры һәләк була, ә Башҡортостандан туғыҙ мең хәрби ҡатнашып, уларҙың 343-ө һәләк була.
15 февраль — Рәсәйҙә Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө. Был дата 1989 йылда совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуына бағышланған. Был көндә ил сиктәрендә хәрби бурысын үтәгән бөтә яугирҙәр, шул иҫәптән Афған һуғышы ветерандары иҫкә алына.
Афған яуын үткән бөгөнгө ветеран яугирҙәребеҙҙең йөрәгендә тәрән эҙ ҡалдырған был һуғыш , әллә күпме ғәзиз дуҫтарын юғалтҡан, тауҙарҙағы атыш һәм шартлау тауыштары, аҙналар буйына ауыҙына тәғәм ризыҡ алмаған, эсәр һыуға зар-интизар булған ваҡыттары, үлем менән күҙгә-күҙ осрашҡан саҡтарын ҡайтанан хәтергә төшөрөүе лә, ул осорҙо яңынан күҙ алдына килтереүе ҡыйындыр. Уны тик үҙ башынан үткәндәр генә аңлайҙыр...
Ошо датаны иҫкә алып, хөрмәтләп, Әбделмәмбәт мәктәбенә ике ветеран яугирҙәрҙе саҡырҙыҡ.
Уларҙың береһе - Мәхмүт ауылында йәшәүсе Әхтәмов Мәүлетдин Варис улы, һәм Асҡар ауылында йәшәүсе - Фәхретдинов Самат Сабит улы.
Тарих уҡытыусыһы Ленә Урал ҡыҙы, һәм тәрбиә эше буйынса кәңәшсе Айһылыу Альберт ҡыҙы Афған һуғышы тураһында һөйләп үттеләр. Уҡыусыларыбыҙ Тажиева Раяна, Байбурин Дияз да ҡыҫҡаса сығыш яһанылар
Ветерандарыбыҙ үҙҙәренең тормош юлы тураһында, хеҙмәт иткән яҡтары, һуғыш техникалары тураһында бик күп һөйләнеләр...
Улар уҡыусыларға бик фәһемле мәғлүмәт еткерҙеләр , төрлө тарихи һорауҙарға яуап бирҙеләр.
Осрашыу балаларға патриотик тәрбиә бирҙе!
Килгән ҡунаҡтарыбыҙға Ҙур Ҙур Рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Аяҙ күк йөҙө, ғаилә именлеге, тыныс тормош теләйбеҙ!

Оставить сообщение: