Рекламный баннер 990x90px bantop

“Ата-әсәләр менән мәғрифәтселек сараһы” конкурс этабы башланды

18:37 04.02.2026 16+
“Ата-әсәләр менән мәғрифәтселек сараһы” конкурс этабы башланды
Бөгөн «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» республика конкурсының киләһе һынауы башланды. Бөгөн тәрбиәселәр “Ата-әсәләр менән мәғрифәтселек сараһы”нда осрашты.

Педагогтар ата-әсәләр алдында тәҡдим ителгән темаларға әңгәмә ҡорҙо, баланы тәрбиәләү, тел мәсьәләләре буйынса үҙҙәренең педагогик тәжрибәләре менән уртаҡлашты.

Жюри ағзалары конкурсанттың әңгәмәне педагогик маҡсатлы итеп ҡороуы; әңгәмәгә дөрөҫ йүнәлеш биреүе; ата-әсәләр алдында үҙ позицияһын, профессиональ ҡарашын белдерә алыуы; практик тәжрибәне ҡуллана белеүе; бергәләп хеҙмәттәшлек итеүгә ирешеүе баһаланды.

Саранан ата-әсәләр ҙә, педагогтар ҙа бик ҡәнәғәт сыҡты.
581

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ