Рекламный баннер 990x90px bantop
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәргә ярҙам туплауҙа район халҡы әүҙем ҡатнаша. Олоһо ла, кесеһе лә хәленән килгәнсе ярҙам итә, үҙ өлөшөн индерә.
06:27 03.02.2026 16+
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәргә ярҙам туплауҙа район халҡы әүҙем ҡатнаша. Олоһо ла, кесеһе лә хәленән килгәнсе ярҙам итә, үҙ өлөшөн индерә.
Сираттағы гуманитар ярҙам бөгөнгө көндә хәрби бурысын үтәүсе «Башҡорт» позывнойлы яугир өсөн тәғәйенләнде. Ярҙам, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә, Таҡһыр ауылы халҡының көсө, әүҙемлелеге ярҙамында тупланды. Гуманитар ярҙам итеүгә ҙур көс һалыусы йәш быуын вәкиле - Ыласынов Тимур Вәкил улына, ауыл депутаттарына,
ауыл Советы ҡатын - ҡыҙҙарына, Ветерандар Советын етәкләүсе әүҙем ҡатын - ҡыҙҙарға, клуб мөдиренә һәм дә барлыҡ ҡатнашыусы Таҡһырҙарға көс - ҡеүәт, дәрт - дарман, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйек.
Ауылдаштары тарафынан әҙерләнгән әйберҙәр яугиргә һәм уның яуҙаштарына барып етһен, ауыр минуттарҙа уларға ярҙам итһен. Был берҙәмлек халыҡ рухының көсөн һәм именлек тураһында хәстәрлегенең ысын өлгөһө.
Районыбыҙҙың миһырбанлы халҡына - ҙур рәхмәт!
#АбзелиловскийРайон

Оставить сообщение: