Рекламный баннер 990x90px bantop
“Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы” һәм “Туған телдә уҡытыу ойошторолған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы”
15:14 31.01.2026 16+
“Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы” һәм “Туған телдә уҡытыу ойошторолған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы” конкурсы старт алды.
Бәйгенең төп маҡсаты – балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәренең эшендә инновацион алымдар ҡулланыу тәжрибәһе менән уртаҡлашыу, уларҙы таратыу, белемен камиллаштырыу, таланттарҙы асыу, педагог һөнәренең абруйын арттырыу һәм киләсәктә уңышлы эшмәкәрлеккә дәртләндереү.
“Башҡортостан Республикаһы туған телдә уҡытыу ойошторолған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы” конкурсында Асҡар ауылының "Миләш" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Рахматуллина Линара Ғәфүр ҡыҙы Әбйәлил районы исеменән сығыш яһай.
Бөгөн, 30 ғинуар көнө онлайн форматта балалар менән дәрес үткәрҙе.Жюри ағзалары конкурс этабын онлайн форматта ҡараны.
Тәүге конкурс этабынан һуң конкурсанттан ниндәй хис-тойғолар кисереүен белергә теләп, Линара Ғәфүр ҡыҙына мөрәжәғәт иттек:
«Үткәргән дәресемдән, балаларҙан ҡәнәғәтмен. Конкурстың беренсе конкурс һынауын лайыҡлы үткәнмендер тип уйлайым. Сөнки ҡуйған маҡсатыма ирештем, балалар ҡыҙыҡһынып шөғөлләнделәр һәм хөрмәтле жюри ағзалары ла ҡәнәғәт ҡалғандыр тип ышанам»!
Алда конкурста уны "Ата-әсәләр менән мәғрифәтселек сараһы”,“Оҫталыҡ дәрестәре”, “Педагогик һәм ата-әсәләр менән бәйләнеште профессиональ кимәлдә ойоштороу тәжрибәһен презентациялау”, “Мәғариф сәйәсмәндәренең түңәрәк өҫтәле” этаптары көтә.
Линара Ғәфүр ҡыҙына уңыштар, еңеү теләйбеҙ!!!

Оставить сообщение: