Рекламный баннер 990x90px bantop

28 ғинуар, беҙҙең "Миләш" балалар баҡсаһында "Ватанды һаҡлаусылар йылына һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына" арналған йомғаҡлау семинары район кимәлендә үтте

20:01 29.01.2026 16+
28 ғинуар, беҙҙең "Миләш" балалар баҡсаһында "Ватанды һаҡлаусылар йылына һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына" арналған йомғаҡлау семинары район кимәлендә үтте. Семинарға мәктәпкәсә учреждениеларының өлкән тәрбиәселәре һәм балалар баҡсаһы мөдирҙәре саҡырылды.
Сараны тантаналы рәүештә "Рәсәй бөркөттәре" сафына индерелгән урта төркөм балалары башлап ебәрҙе. Артабан мәктәпкәсә әҙерлек төркөм ҡыҙҙары "Рәсәй флагы", Ганиев Демьян һәм Уразаева Асия башҡарыуында "Смуглянка" бейеүен дауам иттеләр. Ә иһә "Йәш Шайморатовсылар" төркөм балалары үҙҙәренең гимндарын башҡарып, Тыуған илебеҙҙең ысын патриоты булыуҙарын иҫбатланылар. "Сулпылар" исемле мәктәпкәсә әҙерлек төркөм тәрбиәләнеүселәре Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларын сағылдырған «Әсә тураһында баллада» театрлаштырылған драманан өҙөк сәхнәләштереп барыһын да хайран ҡалдырҙылар. Балаларын юғалтыу кисергән әсә тарихы тураһында ине был. Төп акцент булып героиняның (Агзамова Айзиля)ауыртыу һәм хәтер, юғалтыу һәм артабан йәшәү кәрәклеге араһындағы эске көрәшен күрһәте.
Семинарҙың төп өлөшөндә өлкән тәрбиәсе Рысбаева Ә. С. йыл һөҙөмтәләре, ҡаҙаныштары менән таныштырып үтте.
Семинарҙың аҙағында социаль коммуникатив үҫеш буйынса конкурс үҙҙы.Конкурстың маҡсаты: социаль-коммуникатив үҫештә лэпбуктарҙы ҡулланыу буйынса балалар менән тәрбиә-белем биреү эшенең сифатын күтәреү.
Конкурста райондың барлыҡ балалар баҡсаһы тәрбиәселәре,педагогтары ҡатнашты.
Бөтә лэпбуктар ҙа үҙенсәлеклелеге һәм башҡарыуҙағы ижады менән айырылып тора. Конкурста барлыҡ ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерәбеҙ, маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнәсәктәр.
Ғөмүмән, район семинары юғары профессиональ кимәлдә үтте.
419

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ