Рекламный баннер 990x90px bantop

2026 йылдың тәүге эш көнөндә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада ябылыу тантанаһы Өфө балалар филармонияһы һарайында үтте.

05:50 14.01.2026 16+
2026 йылдың тәүге эш көнөндә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада ябылыу тантанаһы Өфө балалар филармонияһы һарайында үтте.
Олимпиадала Әбйәлил районынан 13 ҡатнашыусы булды.

Шулай итеп Һөҙөмтәлә:
Ғәбитова Фирүзә (10-сы класс) — Буранғол урта мәктәбенең уҡыусыһы, етәксеһе Ғабитова Г. Р.,
Абдуллина Яҙгөл (11-се класс) — Хәмит урта мәктәбенең уҡыусыһы, етәксеһе Абдуллина И. Р.,
Аҡназарова Диана, Ғәлимйәнова Әлфиә (9-сы класс), Морәтшина Камила (10-сы класс),
Илһамова Наҙгөл, Ғәлиуллина Азалия (11-се класс) Таһир Кусимов исемендәге гимназияның уҡыусылары, етәкселеләре Муллахмәтова А. Р., Шәрәфетдинова А. С.,
Исрафилова Сәлиә (10-сы класс) — Асҡар 1 һанлы урта мәктәбе уҡыусыһы, етәксеһе Ғәлләмова З. Р. - Олимпиада призерҙары булып танылдылар!

Ә Рәхмәтуллина Ләйсән, Таһир Күсимов исемендәге Асҡар гимназияһының 11-се класс уҡыусыһы-Өфө фән һәм технологиялар университетының һәм «Йәншишмә» Республика үҫмерҙәр гәзитенең махсус приздарына лайыҡ булды!

Ҡотлайбыҙ! Афарин!
Оло ихтирам һәм рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ әйҙәүсе- уҡытыусыларға, башҡорт телен яратып өйрәнеүсе, туған телен, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен ихтирам итеүсе ҡатнашыусыларыбыҙға уҡыуҙарында уңыштар, яңы бейеклектәр теләйбеҙ!
3164

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ