Рекламный баннер 990x90px bantop
Кисә Тал Ҡусҡары ауылы клубында Әсә көнөнә арналған “Милли рухлы әсәләр” исемле кисә үтте
08:47 25.11.2025 16+
Кисә Тал Ҡусҡары ауылы клубында Әсә көнөнә арналған “Милли рухлы әсәләр” исемле кисә үтте. Был сарала райондың билдәле ҡул эштәре оҫтаһы Гәүзәрә Мөхәмәтйәрованың бай күргәҙмәһе ойошторолдо. Ул үҙенең эштәре хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт биреп үтте.
Ауылдың ағинәйе, билдәле сәсәниә Гөлнур Хәйбулла ҡыҙы Мамлиева һәр ырыуҙың кейемдәре тураһында һөйләп, уларҙың айырмалыҡтарына ла туҡталды. Был сараға район мәҙәниәт йортонан әйҙәүсе методист Уйылданова Фәриҙә Ғәлимйән ҡыҙы ла барып, Башҡортостан халыҡтарының матди булмаған этномәҙәни мираҫтарына мәғлүмәт итеп, сәсәниәнең һөйләгәндәрен видеояҙмаға төшөрөп алды. Сәсәниә үҙенең оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, хәтере бик яҡшы, Ғәбит сәсәндең шиғырҙарын һөйләне.
Эй, бөркөтөм, осаһың һин күктәргә
Күҙең үткер, ғәйрәтең, сос, саяһың
Оя ҡороп йәшәргә тип мәңгегә
Һайлап алдың Уралымдың ҡаяһын.
Бер ҡараһаң, һин матурһың ҡыҙҙарҙан
Төшөп ҡалмаҫ бәйеттәрҙән-йырҙарҙан
Бер ҡараһаң, һин батырҙарҙан батыры
Һинән сыға башҡортомдоң тамыры (Сәсәниә һөйләгәндәрҙән бер өҙөк).
Мәғариф ветераны Фирүзә Сафинаның да башҡорт халҡының боронғо кейеменә, биҙәүестәренә ҡағылышлы сығышы бик ҡыҙыҡлы булды.
Сараны ойоштороусыларға, ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт!

Оставить сообщение: