Рекламный баннер 990x90px bantop
Яугир тыуған төйәгенә ҡайтып ятты
21:05 17.11.2025 16+
Яугир тыуған төйәгенә ҡайтып ятты.
Тыныс йоҡла, ил Батыры!
"Ете ҡыҙ" ойошмаһынан Азалия Баймырҙинаның бер туған ағаһы, Әбйәлил районы Рысҡужа ауылы егете Айнур Мәһәҙиев табылды.
Айнур Дим улы үҙ теләге менән Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекле батальонда Тыуған илен һаҡларға юллана. Яугир яҡташыбыҙ МХО биләмәһендә хәбәрһеҙ юғалып, һуңынан үлгәндәр исемлегенә индерелде. Ошо көнгә тиклем Азалия ғаиләһе, яҡындары менән ағаһын эҙләү менән мәшғүл булды. Өмөт менән йәшәне улар.
"Оҙаҡ йылдар һинең турала хәбәрһеҙ йәшәп, һуңғы өмөттәр менән эҙләп таптым да, ниһайәт, һине һуңғы юлға оҙаттым, ағай... Был бит йөрәк яраһы, мәңгелек уңалмаҫ яра,һыҙланыу. Ҡасандыр бергә уйнаған бала саҡтар иҫкә төшә, шаян, ярҙамсыл, егәрле, тырыш, яҡындарың өсөн өҙөлөп тороуың,һуғышта юғалған, илебеҙ өсөн үҙеңде аямай ҡорбан итеп, тыуған йортҡа әйләнеп ҡайтмаған ғәзиз ағай образы онотолмаҫ, күҙ алдында, һәр минут- секунд күңелемдә йәшәр", - тип яҙа һеңлеһе Азалия.
Батырҙарса һәләк булған яугир Батырлыҡ һәм Шайморатов миҙалына лайыҡ булды.
Беҙ ҡаһарман яҡташыбыҙҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Күккә олғашҡан рухың тыныс булһын, Батыр!

Оставить сообщение: