Рекламный баннер 990x90px bantop

Иҙәш һәм Тал Ҡусҡары ауылы халҡы был көндәрҙә ауыр ҡайғы кисерә

10:29 12.11.2025 16+
Иҙәш һәм Тал Ҡусҡары ауылы халҡы был көндәрҙә ауыр ҡайғы кисерә. Фәрхизә Ихсанованың бер бөртөк һөйөклө улы Шамил махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән китеп, оҙаҡ ваҡыт билдәһеҙлектә булып,бөгөн ялан тәпәй баҫып үҫкән тыуған төйәгенә, тыуған тупрағына ятырға ҡайтып төштөФәрхизә килендең-әсә кешенең улы өсөн үткәргән йоҡоһоҙ төндәре, ҡулына бер эш бармаған көндәре, ҡайғы-хәсрәтле ауыр уйлы йылдары, йөрәгенең ярылырҙай булып йөрөгән мәлдәре үҙенә генә мәғлүм инде.Әсә йөрәген тәрән аңлайбыҙ. Минут, сәғәт һайын Шамилы өсөн өҙгөләнгән әсәнең ҡайғыһы әлеге мәлдә яңырҙы, улы янына әйләнеп ҡайтты...
Шамил беҙҙең уҡыусы булды, Ҡусҡар мәктәбендә 2 малай, 4 ҡыҙ белем алдылар.Шаян, үткер, бар яҡтан тырыш,тәрән фекер йөрөтә белгән башлы уҡыусы булды, класының ҡыҙҙарын яратып ҡына хөрмәтләгән Шамил менән класташ дуҫы Рөстәм тик күңелдә ыңғай хәтирәләр ҡалдырған."Башланғыс
класта уҡыған сағында уҡ техникаға ҡыҙыҡһынып , бригадир атаһының ҡыҙыл төҫлө "Нива" машинаһының руле артында башы саҡ-саҡ күренеп, Ҡусҡарға елдереп килеп етер ине, елдереп ҡайтып китер ине",-тип хәтерләй ҡыҙҙары.Шамил улы Димдең МХО-ға китеүенә лә борсолғандыр, ил һаҡлау минең дә бурысым, тип ситтә ятып ҡалырға теләмәгәндер. Ватаны өсөн ҡорбан булған улыбыҙҙың исеме ташҡа баҫылыр, илебеҙ, халҡыбыҙ уның исемен онотмаҫ.Беҙ ҙә күңелдә йылы хәтирәләр ҡалдырған уҡыусыбыҙ Шамил Рәис улын онотмаҫбыҙ. Ятыр тыуған тупрағы еңел булып, иманы юлдаш булһын. Әсәкәйе Фәрхизә килендең, шулай уҡ бер туғандары Фәйрүзә менән Нүрзиләнең, уҡыусыбыҙ һәм коллегабыҙ булған Нүридә Рәис ҡыҙының, Шамил улы Димдең һәм килендең, Шамилдың ейән-ейәнсәрҙәренең тәрән ҡайғыһын уртаҡлашам. Сабырлыҡтар бирһен һеҙгә Хоҙай.
П. С. Дим улыбыҙ, Хоҙай үҙеңде һаҡлаһын инде, Еңеү яулап, иҫән-һау ҡайтып төшөргә насип итһен һиңә, алла бирһә!
Мағариф ветераны--Мөнирә Киреева.
5355

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ