Рекламный баннер 990x90px bantop

Әбйәлил оҫталарын йыя!

15:56 11.11.2025 16+
Әбйәлил оҫталарын йыя!
Әбйәлил тарих – тыуған яҡты өйрәнеү музейында райондың ҡул оҫталары сираттағы оҫталыҡ дәресенә йыйылды. Оҫталыҡ дәресен мәғариф ветераны, районда ғына түгел республикала билдәле булған ҡул оҫтаһы Өфө ҡунағы Рыҫҡолова Зөләйха Иһаш ҡыҙы үткәрҙе.
Тик тормаҫ, уңған Зөләйха Рыҫҡолова үҙе кеүек әүҙем тормош рәүешен хуп күргән район оҫтабикәләрен ойоштороп ,әсәй- өләсәйҙәрҙән ҡалған ҡомартҡыларҙы һаҡлап ҡына ҡалмай, уларҙың тарихын өйрәтә. Музей фондында һаҡланған ҡаралды тартҡыһы өлгөһөндә уңған апайҙар тартҡы тарихы, уның төҫтәрен, ниндәй туҡыманан, биҙәктәрен өйрәнделәр.Оҫталыҡ дәресе ҡатын- ҡыҙға аралашыу, осрашыу, танышыу мөмкинлеген дә бирә. Сарала ҡатнашыусы барлыҡ апайҙарға эштәренең уң булыуын теләйбеҙ.

#Абзелиловский ИКМ
928

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ