Рекламный баннер 990x90px bantop
Беҙҙең егеттәр – бөркөттәр!
08:26 30.10.2025 16+
Беҙҙең егеттәр – бөркөттәр!
МХО ветереаны, 23 йәшлек яугир Радмир Мозафар улы Хәлилов (“Хәлил”) Әбйәлил районы Асҡар ауылында тыуған. 2018 йылда Ишҡол урта мәктәбен тамамлаған. Әлеге көндә ул Тәпән ауылында йәшәй.
Егет 2020 йылда хәрби бурысын үтәргә юллана һәм 2022 йылдың майында, хеҙмәтен тултырып, тыуған яҡтарына ҡайта. МХО башланғас та, ошо йылдың сентябрендә, уны ҡайтанан хәрби хеҙмәткә саҡыралар. Уҡсылар батальонына эләгә. Радмир “МХО-ла ҡатнашҡан өсөн”, “Ҡаһарманлыҡ өсөн”, “Батырлыҡ өсөн”, “9 май хәрби парадында ҡатнашҡан өсөн” миҙалдарына лайыҡ булған.
Минаға баҫып, ҡаты яраланғас, госпиталдән һуң уны тыуған яҡтарына ҡайтаралар. Әле яугир яралары арҡаһында, эшкә яраҡһыҙ тип табылған.
“Бер ай элек санаторийҙа булып ҡайттым, хөкүмәткә яһаҡ түләүҙән азат ителгәнмен, әлегә өйләнеп өлгөрмәнем, атайым мәрхүм булып ҡалды. Ә әсәйем Әхәмәт ауылы ҡыҙы, Динара Хәлфетдинова менән бергә торабыҙ”, – ти батыр егет.
Ошондай ҡаһарман егет менән бер мәктәп тамамлауым менән ғорурланам. Беҙҙең егеттәр – бөркөттәр! Улар яу килгәндә боҫоп ятмай, илгә кәрәкһә, йәндәрен фиҙа ҡылырға әҙер булып, уны яҡларға ҡалҡалар. Радмирға артабанғы тормошонда уңыштар, гел яҡшы кешеләр юлдаш булыуын теләйем.
Гөлназ Ҡотоева

Оставить сообщение: