Рекламный баннер 990x90px bantop
28 октябрҙә Рәсәйҙә Халыҡ-ара өләсәйҙәр һәм олатайҙар көнө билдәләнә.
20:58 28.10.2025 16+
28 октябрҙә Рәсәйҙә Халыҡ-ара өләсәйҙәр һәм олатайҙар көнө билдәләнә.
Быуындар бәйләнеше көслө, ғаиләләребеҙ ныҡ булһын тигән маҡсат менән беҙ "Миләш" балалар баҡсаһында башҡорт халҡының матур йолаһы "Ете ырыу" фольклор күренешен сәхнәләштерҙек.
Тыуған илгә, тыуған телгә, мәҙәниәткә һөйөү тойғоһон уятыу, тәрбиәләү, "Ете ырыу" менән таныштырыу, мөнәжәт, ҡобайыр, әйтемдәр менән танышыу, батырлыҡ традицияларын дауам иттереү сағыла ине был йолала.
Өләсәй, олатайҙар, килгән ҡунаҡтар һәр сығыштарҙы көслө алҡыштарға күмеп, ихтибар менән тыңлап ултырҙылар.
Сара бай йөкмәткеле, бик матур һәм фәһемле булды. Ҡул эштәренән күргәҙмә лә ойошторолдо. Өләсәй, олатайҙар ҙа буш ҡул менән килмәгәндәр кескәйҙәр өсөн бүләктәр тапшырҙылар.
Юғары кимәлдә үткән сара аҙағында тәмле ризыҡтарҙан һығылып торған өҫтәлдә сәй табыны ойошторолдо.

Оставить сообщение: