Рекламный баннер 990x90px bantop

"Уйыбыҙҙа улыбыҙ ғына..."

11:45 22.10.2025 16+
"Уйыбыҙҙа улыбыҙ ғына..."

Ата-әсә өсөн улдарын ут эсенә оҙатыуҙың ни тиклем ҡыйын булыуын быны үҙҙәре кисергәндәр генә аңлайҙыр. Ҡырҙас ауылынан Әҙелгәрәевтарҙың тормошо ла бөтә илде мобилизация тигән шомло һүҙ менән тетрәндергән 2022 йылдың сентябренән һуң ҡырҡа үҙгәрә. Уларҙың төп теләге — улдарының ҡайтыуы.

Ғаилә башлығы Ҡырҙас ауылыныҡы, ошонда тыуып-үҫкән һәм ереккән. Сәғит Нуретдин улы 1978 йылда Баймаҡ ауыл хужалығы техникумын тамамлап, агроном һөнәренә эйә була. 47 йыл элек хеҙмәт юлын да тыуған ауылында башлай, тәүҙә Ҡырҙаста мал һимертеү совхозында эшләй. 1982 йылда Күсем ауылы ҡыҙы Мәрйен менән ғаилә ҡоралар һәм ғаилә башлығының тыуған ауылында төпләнәләр. Сәғит Әҙелгәрәев Ҡырҙаста хөрмәтле кеше — «Йәнгел», унан һуң «Амангилде» совхоздарында бүлексә управляющийы була, ҡайҙа ғына эшләмәһен үҙ бурыстарын яуаплылыҡ менән үтәй. Ғүмер юлдашы Мәрйен Мөхәмәт ҡыҙы фермала һауынсы, быҙау ҡараусы булып оҙаҡ йылдар эшләй. Икеһе лә эш өсөн йән атып торған парға колхоз-совхоздар тарҡалған ауыр мәлдәрҙе лә кисерергә тура килә. Сәғит Нуретдин улы ауылда эш булмаған ваҡытта ла йүнен таба — 15 йыл «Яҡты-Күл» шифаханаһына йөрөп эшләй. 2014 йылда хаҡлы ялға сыға.
Татыу, тиң йәшәгән Әҙелгәрәевтар дүрт балаға ғүмер биргән. Өлкән ҡыҙҙары Луиза Күсем ауылында йәшәй, Флүзә — Таштимерҙә, Әлиә вахта ысулы менән эшләй. Әле ата-әсәһе янында, фармацевт һөнәренә эйә ҡыҙҙары ҡәҙерле кешеләренең һаулығын хәстәрләй.

Улдары Фидан 2022 йылдың сентябрь айында өлөшләтә мобилизация буйынса махсус хәрби операцияға юлланған. Өс йыл инде ғаилә ғәзиз улдары өсөн ут йотоп йәшәй. Ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәгән Фидан Сәғит улы «Хәрби батырлығы өсөн», «Хәрби операцияла ҡатнашыусы» миҙалдарына лайыҡ булған, командованиенан грамота менән билдәләнгән.

— Ауылдашы Фәйез менән бер көндә, бергә киттеләр. Әле лә бергә хеҙмәт итәләр, бер блиндажда йоҡлайҙар. Береһе ялға ҡайтһа, икенсеһенә күстәнәс, кәрәк-яраҡ әйберҙәр биреп ебәрәбеҙ, — тип һөйләй Сәғит Нуретдин улы. — Улыбыҙ үҙе бер ни һөйләмәһә лә, ниндәй мәхшәрҙә йөрөгәнен аңлап торабыҙ. Шылтыратһа ла, «Атай, әсәй — барыһы ла яҡшы, мин иҫән-һау», ти. Беҙҙе борсомаҫҡа тырыша.

— Улым имен-һау йөрөһөн тип доғалар уҡыйым, ятһаҡ-торһаҡ та уйыбыҙҙа улыбыҙ ғына. «Әсәй, минең өсөн борсолмағыҙ» тиһә лә, балабыҙ, бер-бөртөк кенә улыбыҙ өсөн йөрәк әрней. Ҡасан ғына туҡтар был мәхшәр? — ти өҙгөләнеп Мәрйен Мөхәмәт ҡыҙы.

Бар ғүмерен хеҙмәттә үткәргән кешеләр олоғайған көндә лә буш ятмайҙар. Ғаилә башлығы йорт-ҡаралты тирәһен нығыта, һипләй. Мин килгәндә, көҙҙөң сыуаҡ көнөндә тип өйөнөң соланын ҡутарып алып, яңыртырға йөрөй ине. Ҡапҡа эсендә трактор ултыра, улының бүләге икән.

— 70-кә еткәс тракторға ултырҙым, хәҙер йылҡыларға техника менән генә бесән эшләйем, — ти ғорурлыҡ менән Сәғит ағай. — МХО-ла ҡатнашыусыларға бирелгән юлламаны ла улыбыҙ беҙгә, барып ял итеп ҡайтығыҙ тип бирҙе. Район хакимиәте Белорет районына барырға машина бүлде. Ғүмерҙә бармаған шифаханала ҡатын менән икәүләп ял итергә насип булды. «Ассы» ла бик оҡшаны, хеҙмәткәрҙәре лә шул тиклем итәғәтле, дауаһы ла килеште. Хатта ҡабаттан юллама һатып алып, тағы барып ҡайттым.
Беҙ һөйләшкән арала Фидан менән бергә хеҙмәт иткән Фәйездең әсәһе Зөлфиә Йыһаннурова инеп сыҡты, улдарынан яңылыҡтар хаҡында һорашты.

— Ауылдаштар һәйбәт, хәл-әхүәл белешеп торалар, яңыраҡ ҡына ололар көнөнә клубҡа сәйгә саҡырҙылар. Ҡырҙас ауыл биләмәһе башлығы Радик Ғәйзуллинға рәхмәт, ярҙам кәрәкмәйме тип һорашып ҡына тора, — ти Мәрйен апай.

Ун ейән-ейәнсәрле бай өләсәй менән олатай уларҙың уңыштарына ҡыуанып йәшәй. Үҙ көстәре менән донъя көткән, тырыш ғаиләнең киләсәге яҡты булһын. Ата-әсәһен шатландырып, улдары Фидан имен-һау тиҙерәк әйләнеп ҡайтһын.

Динара САФИУЛЛИНА.

«Салауат» ЯСЙ-һы МХО яугиренең ата-әсәһе Мәрйен һәм Сәғит Әҙелгәрәевтарға район гәзитенә подписка бүләк итте.

https://oskon.info/news/geroizardayere/2025-10-20/uyyby-a-ulyby-yna-4433316
6114

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ