Рекламный баннер 990x90px bantop
Легендар комдив, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған көнө уңайынан Әбйәлил тарих- тыуған яҡты өйрәнеү музейында “Ат уйнатып алдан бара Шайморатов генерал” исемле
12:30 15.08.2025 16+
Легендар комдив, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған көнө уңайынан Әбйәлил тарих- тыуған яҡты өйрәнеү музейында “Ат уйнатып алдан бара Шайморатов генерал” исемле тарихи иҫтәлек сәғәте үтте. Сарала райондың ағинәйҙәр ойошмаһы ағзалары, 112-се Башҡорт кавалерия дивизия музейының элекке директоры Ғәйнуллина Илүзә Ишмөхәмәт ҡыҙы ҡатнашты. Унда яуғирҙың тормош юлы , күрһәткән батырлыҡтары тураһында мәғлүмәт бирелде, әңгәмә үткәрелде. Музей мөдире Шәүрә Ильяс ҡыҙы бала сағы, үҫмер сағын тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирһә, Илүзә Ишмөхәмәт ҡыҙы уның хәрби данлы ғүмер юлы менән таныштырҙы. Сарала ҡатнашыусы апайҙар буш ҡул менән килмәгәндәр . Данлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында һуғышҡан яуғир Ҡырҙас ауылынан Ғайсин Әхмәҙи Ғайса улы ҡыҙы Сания Әхмәҙи ҡыҙы Сафиуллина атаһы тураһында яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашып ҡына ҡалманы музейға батыр яуғирҙың шәхси архивында һаҡланған экспонаттарҙы тапшырҙы. Бик матур йөкмәткеле сара халыҡ йырына әйләнгән “Шайморатов - генерал” йырын менән тамамланды. Башҡорт халҡы бөгөн данлыҡлы комдивтың ҡаһарманлығына тағы бер тапҡыр баш эйә. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының данлы тарихын киләсәк быуынға еткерәйек.
#АбзелиловскийИКМ
#ШаймуратовГенерал
#ПомнимГероев
#МузеиРБ
#АбзелиловскийИКМ
#ШаймуратовГенерал
#ПомнимГероев
#МузеиРБ
Оставить сообщение: