Рекламный баннер 990x90px bantop

Юлдаш ауылы яугир менән хушлашты

14:39 10.08.2025 16+
Юлдаш ауылы яугир менән хушлашты.
Контракт хеҙмәте яугире - ефрейтор Айсыуаҡ Туғанбаев 1978 йылдың 15 февралендә Сиҙәм ауылында тыуған. Юлдаш ауылында йәшәгән һәм башланғыс мәктәбендә уҡыған. Гусев мәктәбендә 9 класты тамамлай. 1993 йылда Сибай ҡалаһының һөнәри колледжына уҡырға инә, иретеп йәбештереүсе һөнәрен ала. 1996 йылда Рәсәй Хәрби Көстәренә хеҙмәткә алына, эске ғәскәрҙәре сафында хеҙмәт итә. Айсыуаҡ Рамаҙан улы Чечен Республикаһындағы хәрби хәрәкәттәр ветераны. Артабан вахта ысулы менән Себер тарафтарында эшләй. 2023 йылдың май айында махсус хәрби операцияла ҡатнашырға ҡарар итә һәм контрактҡа ҡул ҡуя. МХО зонаһында ул туранан тура хәрби операцияларҙа ҡатнаша. Үкенескә ҡаршы, яҡташыбыҙ 2025 йылдың 15 июнендә батырҙарса һәләк була. Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Р. Ғ. Хәлилов, район Советы секретары Б. Ю. Исламбаев, Гусев ауыл биләмәһе башлығы Ш. С. Ғәтиәтуллин, хәрби комиссар А. Г. Илларионов, М. В. Гребещиков, ауыл биләмәһе Советы депутаттары Р. Н. Йосопова, Г. Н. Ниғмәтуллина, "Боевое братство" ойошмаһы, ауылдаштары һәм башҡалар Айсыуаҡ Туғанбаевтың ҡустыһы Мөхәмәт Муллайән улының, ҡыҙының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты. Мәңгелек дан һиңә, яугир!
3239

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ