Рекламный баннер 990x90px bantop
Көслө рухлы яугир ҡатыны
21:08 06.08.2025 16+
Көслө рухлы яугир ҡатыны
– Махсус хәрби операция тормошҡа ҡарашымды 180 градусҡа үҙгәртте, – ти Диләрә Зәйнишева.
Диләрә Радик ҡыҙы “Ғаилә” үҙәгендә эшләй. Оҙаҡ йылдар балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән Диләрәне кемгәлер файҙалы булыу, ярҙам итеү теләге социаль өлкәлә хеҙмәт итергә алып килә. Ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә булышлыҡ итеү, махсус хәрби операция башланғас, заман ҡуйған яңы “ҡанундарға” бәйле, яугирҙәрҙең яҡындарының төрлө һорауҙарын, тормош-көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеү менән шөғөлләнгән ҡатын бер көн үҙе лә шул хәлдә ҡалырмын тип уйламай.
– Иптәшем вахта ысулы менән ҡырҙа эшләй ине. Һуғыш башланғас та мин дә илде яҡларға китәм тине. Ләкин башта өлкән ҡыҙыбыҙҙың мәктәп тамамлауын, киләһе йылында улыбыҙҙың 9-сы класты бөтөүен көттө. Сығарылыш кисәләрендә тулы ғаилә менән балаларыбыҙҙы ҙур тормошҡа оҙаттыҡ. Бәлки, был ваҡытҡа ниәтенән кире төңөлөр тип уйлағайным, әммә ҡарары ҡәтғи ине. Былтыр 15 августа контракт яҙҙы. “Минең менән ғорурланырһығыҙ әле!” – тине киткәнендә. Юлына арҡыры сыҡҡан ҡаршы- лыҡтар күп булды: паспортын алмаш- тырырға тура килде, Өфөлә документ- тары менән тотҡарланды. “Был бит билдә, барма”, – тинем илаулап. Ишетергә лә теләмәне. “Еңеү менән ҡайтабыҙ!” – тигән оптимистик ҡарашта булды, – тип һөйләй яугир ҡатыны.
“Алим” ҡушаматын алған Илһам Зәйнишев һөжүмселәр батальонына эләгә. 3 октябрҙә беренсе һәм һуңғы яуға инә. Аҙаҡҡы тапҡыр ҡатыны менән бәйләнешкә сыҡҡанында: “Һин минән дә көслөрәкһең. Әгәр ҡайта алмаһам, балаларҙы аяҡҡа баҫтырырға тейешһең, һиңә ышанам”, – ти.
Иренән хәбәр көтөп көтөк булған ҡатын хәрби часткә шылтырата. “Көтәбеҙ”, – тип кенә яуап бирәләр. 6 октябрҙә инде Илһам Риф улының хәбәрһеҙ юғалыусылар иҫәбендә булыуын хәбәр итәләр. Тормошо аҫты өҫкә әйләнгәндәй тойола Диләрәнең. Өс бала менән яңғыҙы билдәһеҙлек ҡаршыһында тороп ҡала. 2-се класта ғына уҡыған бәләкәсе Динираға атаһының һуғышҡа киткәнен дә әйтергә йөрьәт итмәй. Ҡыҙыҡай был хаҡта урамда бергә уйнаған балаларҙан ишетеп илап ҡайтһа, аҙаҡ бер өлкән кешенең: “Атайың юғалған тиҙәр, табылманымы?” – тип ошо кескәй генә баланан ҡыҙыҡһыныуына әсәнең иҫе китә. Кешеләрҙең хатта бала күңеле хаҡында ла уйлап бирмәгән хаяһыҙлығына, нахаҡ һүҙ йөрөтөүҙәренә, кеҫәһендәге аҡсаһын һанауҙарына башы етмәй уның.
Илаулап, осо-ҡырыйы булмаған һорауҙарына яуап таба алмай, иренең эҙҙәрен юллап төрлө инстанцияларға хаттар яҙып, хәрби комиссариатты тапап алйыр сиккә еткән Диләрә күңел тыныслығын диндә таба, Аллаһҡа һыйына. Аяҡтары үҙенән-үҙе Дауыт ауылының “Рәсүлиә” мәсетенә тартыла. Сәйфулла хәҙрәт Ғайсиндың һәм уның хәләл ефете Миләүшә Әкрәм ҡыҙының ярҙамы менән намаҙға баҫа. Хәҙрәттең МХО-ға ярҙам итеү буйынса ирекмәнлек эшмәкәрлеге тураһында ла ошонда хәбәрҙар булып, “Берлек” ирекмәндәр хәрәкәтенә ҡушыла.
– Намаҙға баҫҡас әҙерәк еңеллек килде. Шундуҡ яулыҡ ябындым, яулыҡ аҫтында үҙемде көплө, һаҡлаулы итеп тоям. Көн дә тиҙерәк һуғыш бөтһөн тип доға ҡылам, балаларымдың атаһы иҫән-имен генә булһын тип теләктәр теләйем, – ти ул.
Контракт хеҙмәте яугире Илһам Зәйнишевтың хәбәрһеҙ юғалыуына инде 9 ай тулып уҙған. “Һәләк булды тип танырға” тигән йөкмәткеле извещение ла тотторғандар ҡатынына. Тик ул ғына ризалашырға, ошо ҡағыҙ нигеҙендә иренең һәләк булыуын дәлилләтереү өсөн суд юлынан йөрөргә теләмәй. “Һөйәге ҡайтып ятмайынса, ни йөрәгем менән үлгән тип ҡабул итәйем?” – ти ул аптырап. Икенсенән, үҙе лә, балалары ла көслө ихтыярлы ҡәҙерле кешеләренең анһат ҡына бирелә торғандарҙан булмауына инанып, әсирлеккә эләккәндер тип ышана һәм тере килеш әйләнеп ҡайтыуын көтә.
Диләрә Радик ҡыҙы ирен эҙләү маҡсатында часть команованиеһына, бик булмаһа мәйетханаларға барам тип әллә нисә тапҡыр хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итә. Сая ҡатындың ныҡышыуына: “Ә нисек?” – тип яурын ғына һелкетәләр. Ҡабат-ҡабат килә торғас, “Декабрист ҡатыны” тигән ҡушамат та бирәләр уға.
МХО биләмәһенә барып ҡайтыуға юл ирекмәндәр төркөмө ағзаһы булып киткәс асыла. Апрель айында гуманитар ярҙам ылауын оҙатып барған төркөм менән Диләрә лә алыҫ һәм ауыр сәфәргә сыға. Ире тип кенә барған ҡатын Донецк–Луганск яҡтарынан бөтөнләй икенсе кеше булып ҡайта.
– Был сәфәр миңә тормоштоң ҡәҙерен, ғүмерҙең бер генә булыуын һәм бик тиҙ үтеүен аңлар өсөн бирелгәндер тип уйлайым. Емереклектәрҙе, ҡара янған ерҙәрҙе күреү, шартлау тауыштарын, дрондарҙың бызылдашыуын ишетеү, яугирҙәр менән аралашыу, уларҙың беҙ алып килгән ярҙамға, күстәнәстәргә ҡыуаныуына шаһит булыу күҙҙәремде асты. Һалдаттарҙың йөҙөндә ысын арыу һәм һағыш күрҙем. Беҙ ҡасан бөтә инде был һуғыш, арытты тип йыш ҡабатлайбыҙ. Ул тиклем арырлыҡ нимә ҡыйратҡанбыҙ ҙа, еңеүҙе тиҙләтеү өсөн нимә эшләгәнбеҙ һуң?! Тыныс, рәхәт тормошта йәшәйбеҙ. Күңел асыу байрамдары үткәреүҙе, сәйәхәттәргә сығып донъя гиҙеүҙе дауам итәбеҙ. Алғы һыҙыҡта кемдер беҙҙең именлегебеҙ өсөн көрәшә, ҡанын ҡоя, йәнен бирә тип уйлап та бирмәйбеҙ. Кешелә аҡса бар, әммә һалдаттарға ярҙам итергә ашыҡмайбыҙ. Әллә ҡасан бер биргән ярҙамыбыҙҙы күп күреп онотмайбыҙ, йәнәһе беҙҙән бурыс үткән. Имен-аман йөрөп ҡайтһам, яугирҙәргә ярҙам итеүгә әүҙем тотонасаҡмын тигән ниәтемде ҡайтҡас та тормошҡа ашыра башланым, – ти ул.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош иптәше тураһында күңел йылытырлыҡ бер хәбәр ҙә бирмәй был сәфәр Диләрәгә. Үҙҙәре туҡталған һигеҙ нөктәлә лә иренең фотоһүрәтен күрһәтеп мәғлүмәт эҙләп ҡарай. Өмөтө аҡланмаһа ла, тормошҡа ҡарашын үҙгәрткәне, зиһенен яҡшы уйҙар менән яҡтыртҡаны өсөн ошо ҡатмарлы юлда йөрөп ҡайтыуына рәхмәтле. Ғүмер – күҙ асып йомған ара, йәшәп ҡалырға, изгелектәр ҡылырға өлгөрөргә кәрәк тигән һығымта яһай ул. Күңеленә тулған кисерештәрен шиғри юлдарға һала.
МХО-ға хәленән килгәнсә ярҙам күрһәтә Д. Зәйнишева. Гуманитар ылау киткәндә бешеренеп өй күстәнәстәре ебәреүме, блиндаж шәмдәре, ҡоро душтар әҙерләүме – барыһына ла өлөшөн индерергә тырыша. Июнь аҙағында Диләрә “Ғәйшә” исеме аҫтында үҙенең ирекмәндәр төркөмөн асҡан. Төркөм әлегә 50-ләп кешене берләштерә, башлыса үҙенең туғандары һәм яҡындарынан, яугир ҡатындарынан тора.
– Магнитогорскиҙан Әлфиә Мансурова, Салауат ауылынан Зөлфиә Кинйәғолова, Асҡарҙан әсәйем Мәрйәм Ильясова ихлас ярҙам итәләр. Әсәйем дә яугир әсәһе, контракт буйынса хеҙмәт иткән бер туған ҡустым Ринат МХО башланған мәлдән яу ҡырында, – тип дауам итә әңгәмәсем. – Яугирҙәр өсөн йәшәү беләҙектәре үрәбеҙ, йыуғыстар бәйләйбеҙ, йәшелсәләр киптереп “ҡоро аш” пакеттары әҙерләйбеҙ. Бетеүҙәр эшләргә лә уй бар. Тик барыһы ла аҡсаға барып теркәлә. Медицина университетында юғары стипендияға уҡыған ҡыҙым Индира йыйып барған аҡсаһын яугирҙәргә тип бирҙе. Бөтә кешеләр ҙә шулай уйлаһа икән. Тылда берҙәмлек етмәй беҙгә. Күмәк көс менән тотонғанда еңеүҙе яҡынайтыр инек...
Яугир атайҙарының иҫән-һау ҡайтырына өмөттәрен өҙмәй Дауыт ауылында йәшәүсе Зәйнишевтар ғаиләһе. “Ирем миңә: “Һин көслөһөң!” – тине. Балаларымдың аңлауын, ярҙамын тойоу мине тағы ла көслөрәк итә. Ҙур терәгем әсәйем бар. Бирешмәҫкә тырышабыҙ. Индияр ҙа быйыл УУНиТ-тың колледжына уҡырға инде. Ике студент уҡытасаҡмын, Алла бирһә. Атайҙары ҡайтһа, үҙе беҙҙең менән ғорурланыр әле”, – тип тамамланы һүҙҙе яугир ҡатыны, ирекмән Диләрә Радик ҡыҙы.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.
Фото ғаилә архивынан.
https://oskon.info/news/ataisal/2025-08-04/k-sl-ruhly-yaugir-atyny-4337665

Оставить сообщение: